Ҡайтыу. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


ҠАЙТЫУ


(юл фажиғәһендә үлемдән ҡалғандан һуң яҙылған шиғыр)

Йәшәү менән үлем араһында
Йән талашып иҫһеҙ ятҡанда
Баш осома килде бер фәрештә...
Рәхәт ине уға баҡҡанда.
Һыҙланыу ҙа, ҡайғылар ҙа үткән,
Ниндәйҙер көс гүйә ялмаған,
Кәрәк түгел бер ни... Онотолған,
Борсолорлоҡ уй ҙа ҡалмаған.
- Яҙыҡтарың бармы?
- Әллә, - тинем, -
Бер нәмә лә төшмәй хәтергә...
- Иҫлә... Иҫлә... Хәтереңә төшкәс
Төҙәтергә шуны ҡайт ергә.
Сауап - һиңә ғүмер бүләк иткән
Атаң-әсәң бирһә ризалыҡ,
Рәнйетелгән икән, гонаһлыһың -
Тамуҡ уттарына һин аҙыҡ.
Табыныңда харам булманымы,
Ағыу сыҡманымы телеңдән,
Хур булырлыҡ эштәр ҡылманыңмы -
Оят тиҙәр көслө үлемдән?!
Файҙа эҙләп ике йөҙлөләнеү,
һүҙ йөрөтөү, ғәйбәт һөйләүҙәр,
Кешеләрҙән күргән игелеккә
Яуызлыҡтар ҡылып түләүҙәр,
Башҡаларҙың күреп уңыштарын
Көнсөллөктән ҡара яныуҙар -
Тамуҡ уттарында киҫкә булып
Яныр өсөн сәбәп алыуҙыр.
Шунда булыр уғры, хыянатсы,
Ҡан ҡойоусы, ҡаты бәғерле...
Телең, ҡулың, ғәмәлдәрең менән
Булманымы һинән йәберле?
- Әллә, - тинем йәнә...
Ысынлап та
Туҡтап ҡалған кеүек туң мейем.
Мин - бушлыҡта...
Бар уйҙарҙан азат,
Йәнһеҙ ҡурсаҡ...
Уға ни тием?!
- Бурысың бар - нәҫел дауам итеү,
Алланан ул балаң - аманат,
Баҡҡан балаң милләт бағы* булһын
Килтермәҫлек булһын яманат.
...Аһ, һүҙҙәре ҡапыл осҡон булып
Йәнһеҙ тәнгә инеп уятты,
Балаларым...
Миңә рәхәт, имеш...
Онотҡанмын даһа...
Оятһыҙ.
-Балаларым...
Улар кескәй әле,
Ҡала күрмәһендәр үгәйгә...
Ҡайтам! Ҡайтам!
Әрнеү-һыҙлауҙарға
Яраланған тәнем, түҙ әйҙә!
Аһ...
Китеүе еңел булған да ул.
Мең ғазаптар аша - ҡайтыуы,
Мәйетемдең таш ҡалыптай булып
Индермәйсә мине ятыуы...
Балам хаҡы шулай түләнәлер,
Бер нәмә лә бирелмәй бушҡа.
Ҡайтам! Ҡайтам!
Борсоу, ҡайғыларға,
Һыҙланыуҙар тулы тормошҡа.
Һынау үтә торған тормошҡа...
-Ҡайт, ҡайт әйҙә, - тине лә фәрештә
Ахирәткә ҡойма шыуҙырҙы.
... Тәүге тапҡыр ергә мине - әсәм,
Икенсегә - балам тыуҙырҙы.

  • Баҡ (иҫк.) - бәхет. Батыр булыр егеттең маңлайында баҡ булыр. "Батырша".

2014